Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ноябрь 2020, 15:10

Башҡортостанға һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү өсөн 15 миллиард һум бүленә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғариза тапшырыу кампанияһын уңышлы үткәрҙе. Шуға 2024 йылға тиклем беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 15 миллиард һум бүленә. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Шулай итеп, 2024 йылға яңыртылған һаулыҡ һаҡлау системаһы менән сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ бар. Айырыуса был ауыл биләмәләренә ҡағыла. Беҙ ауылды һаҡларға тырышабыҙ. Ҡайҙа ғына ФАП-тар асыуҙа ҡатнашһам да, был – халыҡ өсөн оло шатлыҡ. Ошо эште дауам итергә – яңы сифатлы фельдшер пункттары төҙөргә һәм улар өсөн кадрҙар табырға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы һәм киләһе оператив кәңәшмәгә 2021 йылға аҡса бүлеү планы хаҡында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: