15:11 (UTC+5), 10 Ноября 2020

Башҡортостан Башлығы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен йыл һайын 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.
Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, хатта үҙенә ныҡ ышанған кешеләр ҙә хәүеф янаған мәлдә шунда уҡ полицияны ярҙамға саҡыра.
«Был егеттәр эҫелә лә, һыуыҡта ла үҙ эшен башҡара. Бының өсөн йылы һүҙҙе лә бик һирәк ишетә. Бөгөн мин уларға хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса ҙур тырышлығы өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә. Һәр полицейскийҙың ҡулын ныҡ итеп ҡыҫам. Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө менән һеҙҙе!», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Рәсәйҙең Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө (1991 йылға тиклем — Совет милицияһы көнө; 2011 йылға хәтлем — Рәсәй милицияһы көнө) — Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы.
2011 йылдың 1 мартында «Полиция тураһында» Федераль закон көсөнә инде һәм Рәсәй президентының 2011 йылдың 13 октябрендәге указы менән байрамдың исеме «Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө» тип үҙгәртелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика