11:45 (UTC+5), 02 Ноября 2020

Башҡортостан Башлығы йәнә бөтәһенә лә өйҙән эшләүгә күсергә тәҡдим итте

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә предприятиеларға һәм ойошмаларға хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә тәҡдим итте.
«Кемгә бойора алмайым, шуларға ҡағыла: предприятиеларҙың күпселеген ситтән тороп эшләүгә күсерергә кәрәк, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙе, хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандарҙы. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был мотлаҡ талап ине», — тип белдерҙе ул дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһен өйҙән эшләүгә күсереү тураһында ҡарарҙың
барлыҡ дәүләт һәм башҡа ведомство ҡарамағындағы учреждениелар өсөн мотлаҡ булыуын әйтте.
Хәбиров әйтеүенсә, республикала хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереү тәҡдим булып тора.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 10 956 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Һуңғы тәүлектә сирлеләр 93-кә артҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика