15:07 (UTC+5), 29 Октября 2020

Өфө мэры Өлфәт Мостафин вафат

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ»ға бөгөн, 29 октябрҙә, 35 көн мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкәндән һуң Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың пневмония һәм COVID-19-ҙан һуң өҙлөгөп вафат булғанын хәбәр итте.
Республика Башлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Өлфәт Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығында башлай. Торлаҡ хужалығының етештереү тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, баш ҡаланың торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 90-сы йылдарҙан «Газпром» системаһында эшләй.
2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе вазифаһына күсә. 2010-2013 йылдарҙа Иҡтисад, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, һуңынан кире «Газпром»ға ҡайта. 2018 йылдың 29 октябрендә «Газпром газ бүлеү Өфө» предприятиеһы генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.
Теүәл ике йыл элек, 2018 йылдың 29 октябрендә, «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.
«Башинформ» туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика