09:57 (UTC+5), 16 Сентября 2020

Радий Хәбиров дыуандарға: Таҙтүбәләге мәктәпте төҙөп бөтөрбөҙ, ул 2021 йылдың 1 сентябрендә асылыр

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Радий Хәбиров республика буйлап эш сәфәрҙәре ваҡытында йыш ҡына үҙенең маршрутын үҙгәртә һәм планлаштырылмаған урында туҡтай. Бөгөн Дыуан районында ла шулай булды. Таҙтүбә ауылынан үткәндә республика башлығы машинаның тәҙрәһенән «SOS, мәктәп төҙөлмәй» тигән яҙыулы плакат тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп ҡалды һәм мәсьәләнең асылына төшөнөү өсөн туҡтаны. Аралашҡан ваҡытта уларҙың Таҙтүбә ауылында тамамланмаған мәктәп төҙөлөшөнә иғтибарҙы йүнәлтергә теләүе асыҡланды.
Радий Хәбиров был проблема менән таныш булыуын әйтте.
«Республика үҙ яғынан барыһын да эшләне, аҡса бүлде, проект әҙер ине, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, намыҫһыҙ подрядсы һайланған. Хәлде төҙәтербеҙ. Әйҙәгеҙ, аҙыраҡ түҙәйек, төҙөлөш өлкәһе өсөн яуаплы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнер. 2021 йылдың 1 сентябрендә мәктәп үҙ ишектәрен асыр. Мин бит һеҙҙә ике йыл элек булып киткәйнем, мәктәбегеҙҙе күрҙем, балалар һәйбәт өлгәшә. Ауыл халҡына ла ошо хаҡта аңлатығыҙ. Беҙ бөтәһен дә төҙәтербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек Башҡортостан башлығы тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә Таҙтүбәлә 1974 йылда һалынған мәктәпте ҡараны һәм 120 урынлыҡ яңы корпус төҙөлөшөн 2020 йылға Республика адреслы программаһына индерергә ҡушты.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика