08:08 (UTC+5), 14 Сентября 2020

Өфө вице-мэры Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа еңеп сыҡты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың күпселеге «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре Салауат Хөсәйенов һәм Флүр Уразмәтов өсөн тауыш бирҙе.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, аҙаҡҡы һөҙөмтәләр иғлан ителмәгән әле, ләкин яҡынса мәғлүмәттәр уларҙың еңеүенә шик ҡалдырмай.
«Улар парламентҡа «Берҙәм Рәсәй»ҙән тәҡдим ителде. Һайланған депутаттарҙы ышаныслы еңеүҙәре менән ҡотлайым. Республикала уларҙы тәжрибәле хужалыҡ итеүселәр һәм идара хеҙмәткәрҙәре тип беләләр. Ҙур һөнәри тәжрибә уларға парламент эшмәкәрлегендә кәрәк булыр тип ышанам», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Өфө вице-мэры Салауат Хөсәйенов Дәүләт Йыйылышына – 14-се Новиковка һайлау округынан (ул өфөләрҙең мәнфәғәтен яҡлай), ә Флүр Уразмәтов – 35-се Металлургия һайлау округынан үтте (Белорет һәм Белорет районы). Улар парламентта вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалған Александр Дегтев һәм Иван Лавренов урынына ҡала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика