18:07 (UTC+5), 10 Сентябрь 2020

«Аркада» компанияһы: Дамир Мөғиновтың Ғүмәр ятҡылығын эшкәртеүгә ҡыҫылышы юҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Аркада» компанияһы вәкиле Алексей Покалоның «Башинформ»ға белдереүенсә, Дамир Мөғинов Ғүмәр ятҡылығын эшкәртеүгә ҡыҫылышы юҡ.
— Мөғинов әфәнде һәм уның бер структураһы ла «Ишембай эзбизташы» предприятиеһы менән бәйле хәлдең бенефициары булып тормай. Киң мәғлүмәт сараларында Стәрлетамаҡ янында тағы бер сода заводын төҙөү тураһында мәғлүмәттәр баҫылып сығыуға бәйле Дамир Мөғинов бер ҡасан да сода производствоһын төҙөүҙе һәм Ғүмәр ятҡылығын эшкәртеүҙе планлаштырыуҙа ҡатнашманы тип белдерәбеҙ, — тине Алексей Покало.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 10 сентябрендә ҡайһы бер интернет баҫмаларҙа «Башҡортостанда яңы сода заводы төҙөлөшө планлаштырыла» исеме аҫтында мәҡәләләр баҫылды. Был мәҡәләләрҙә Ҡуштауға бәйле ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, бизнесмен Дамир Мөғинов Стәрлетамаҡ янындағы Ғүмәр ятҡылығында сода заводын төҙөүҙе планлаштырыуҙа ҡатнаша, тиелә. Киң мәғлүмәт саралары һылтанған «Восход» гәзитендә интервьюның төп нөсхәһен эҙләгән ваҡытта уның көнүҙәк булмауы асыҡланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика