09:27 (UTC+5), 01 Сентября 2020

Радий Хәбиров республика уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн, 1 сентябрҙә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына мөрәжәғәт итеп, уларҙы Белем көнө, яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы.
«Балаларҙың - уҡытыусыларҙы, шулай уҡ уҡытыусыларҙың һеҙҙе һағынғанын яҡшы беләм. Эйе, уҙған уҡыу йылы бөтәбеҙ, хатта кескәйҙәр һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн еңел булманы. Сөнки өйҙә ултырып уҡырға тура килде. Балаларға ла, уҡытыусыларға ныҡ ҡыйынға төштө. Шуға ҡарамаҫтан, быйылғы уҡыу йылын, һәр ваҡыттағыса, кластарҙа, мәктәптәрҙә башларға хәл иттек», — тине республика башлығы.
Радий Хәбиров уҡыусыларҙан коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә яуаплы ҡарауҙарын, үҙҙәрен дә, уҡытыусыларҙы ла һаҡлауҙарын һораны.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, өлкән класс уҡыусыларының күпселеге Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы. Башҡортостанда быйыл вуздарҙа бюджет урындары һаны 1,5 меңгә арттырылды. Киләһе йылда – 2 меңгә тиерлек.
«Был нимә тураһында һөйләй? Һеҙҙең республикабыҙҙың яҡшы белем биргән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлегегеҙ арта. Иң мөһиме – һеҙ бында йәшәрһегеҙ һәм ата-әсәйҙәрегеҙҙән айырылмаҫһығыҙ. Шуға күрә был һеҙҙең өсөн мөһим йыл. Ул еңел бирелмәҫ, моғайын. Ләкин үҙегеҙгә ышанһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр», — тине Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп.
Республика етәксеһе башланғыс кластарҙың ошо уҡыу йылынан башлап мәктәптә бушлай туҡланасағын әйтте. Быйыл 150 мәктәптә тәртип урынлаштырылған.
«Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: стоматология кабинеттарына ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ. Йәнә шуны әйтмәксемен: мәктәптәрҙә төрлө программаларҙы ғәмәлгә индерәбеҙ – «Юғарыға ос!», «Спорт көрәшен – мәктәптәргә» һәм башҡалар. Шуға мәктәптә уҡығанда ваҡытты бушҡа үткәрмәгеҙ. Аҙаҡ ваҡытығыҙ булмаҫ. Күберәк уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, шул саҡта үҙенә ышанған һәм көслө егет-ҡыҙҙар, Башҡортостандың ысын вәкилдәре булып үҫерһегеҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем!» – тине Радий Хәбиров һүҙен йомғаҡлап.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика