14:50 (UTC+5), 29 Июля 2020

Радий Хәбиров Владимир Путиндың кәңәшмәһендә ҡатнашты

www.kremlin.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн, 29 июлдә, Рәсәй президенты Владимир Путин видеоконференция режимында илдә санитар-эпидемиологик хәл һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты, тип хәбәр ителә республика етәксеһе хакимиәте сайтында.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәйҙә коронавирус таралыуына бәйле хәлде, шулай уҡ медицина учреждениеларының көҙгө осорҙа һалҡын тейҙереп ауырыу осраҡтарының артыуына әҙерлеген тикшерҙе. «Хәл ҡатмарлы ҡала һәм теләһә ҡайһы яҡҡа тирбәлеүе мөмкин. Әйткәндәй, беҙ һеҙҙең менән тап шуға йыйылдыҡ та инде. Шуға күрә тынысланыу, табиптарҙың кәңәштәрен онотоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, – тине Владимир Путин. – Мин хәҙер власть вәкилдәренә лә, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәм».
Әлегә илдең бөтә төбәктәрендә лә ауырыуҙар һанын тотороҡло кәметеүгә өлгәшелде тип әйтеп булмай, тине дәүләт башлығы. Уның һүҙҙәренсә, илдең ҡайһы бер субъекттарында хәл «ҡатмарлы ҡала».
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 35 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика