14:14 (UTC+5), 24 Июля 2020

Башҡортостан властары урман янғынын һүндергәндә һәләк булған ирекмәндең ғаиләһенә ярҙам күрһәтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә Сермән ауылынан һәләк булған ирекмәндең ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. 60 йәшлек Рәсүл Сафин үҙ теләге менән Белорет районындағы Ҡыраҡа һыртына юлланған. Ир-уҙаман йөрәге ҡушыуы буйынса урман янғыны менән көрәштә ярҙам итергә теләгән. Ләкин ул урынға барып етә алмаған – йөрәге туҡтаған. Ерләү эштәрен ойоштороуҙа район хакимиәте булышлыҡ иткән.
Республика етәксеһе мәрхүм ирекмәндең туғандары менән осрашты.
«Беҙ коллегабыҙҙы юғалттыҡ, тип әйтергә мөмкин. Ирегеҙ һәйбәт кеше булған. Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, — тине Башҡортостан башлығы Рәсүл Сафиндың тол ҡатынына. — Беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ. Һеҙгә тағы нисек ярҙам күрһәтеү хаҡында уйлашырбыҙ».
Ауылдаштары әйтеүенсә, Рәсүл яуаплы кеше һәм яҡшы ғаилә башлығы булған, күп йылдар колхозда водитель, ә һуңғы өс-дүрт йылда балалар баҡсаһында ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика