13:41 (UTC+5), 22 Июнь 2020

Зөлфиә Ғайсина Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса яңы вәкил булыуы мөмкин

Валерий Шахов
Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Хоҡуҡ һаҡлаусы Зөлфиә Ғайсинаның кандидатураһы Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына килешеү өсөн Мәскәүгә Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Москальковаға ебәрелде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Башҡортостан Конституцияһына ярашлы республика Башлығы ошо кандидатураны индерҙе, – тип аңлатма бирҙе республика Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев. – Дәүләт Йыйылышы ултырышының көн тәртибенә Вәкил тәғәйенләү тураһында мәсьәлә индереү Татьяна Москалькованың ҡарарынан тора».
Зөлфиә Ғайсинаның юриспруденцияла һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегендә 17 йыл тәжрибәһе бар. Һуңғы 10 йылда ул шәхси юридик практика алып бара һәм тотош республикалағы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙа махсуслаша, тип хәбәр ителә гайсина.рф сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика