11:03 (UTC+5), 17 Июня 2020

Башҡортостандың һайлау участкаларына шәхси һаҡланыу саралары килтерелә башланы

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
1 июлдә Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү ойошторола. Әле республиканың барлыҡ участка һайлау комиссияларына коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле тауыш биреү хәүефһеҙ үтһен өсөн шәхси һаҡланыу саралары килтерелә.
«Һеҙ әле үк ғариза бирә һәм тауыш биреү уңайлы булған участкаға беркетелә алаһығыҙ. Процедура өйҙә тауыш биреүҙе лә күҙ уңында тота. Участка һайлау комиссиялары ағзалары фатирға инмәй. Тауыш биреүселәргә ғариза бланкы, бирсәткә, ручка, антисептик салфетка тапшырыла. Участка һайлау комиссиялары ағзалары өсөн дә битлектәр, бирсәткәләр, антисептиктар, экрандар һатып алдыҡ», — тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко «Берҙәм Рәсәй» партияһының Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе ойоштороу буйынса сираттағы онлайн-лекторийында.
Уның һүҙҙәренсә, бюллетендә Конституцияға үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы тигән бер генә һорау була. Шуға күрә Үҙәк һайлау комиссияһы анкеталарҙы бер төн эсендә эшкәртергә һәм 2 июлдә үк тауыш биреү һөҙөмтәләрен алырға иҫәп тота.
Участкалар 25 июндән 1 июлгә тиклем эшләй. Һәр кемгә битлек, бирсәткә, ручка, антисептик бирелә. Ингән ерҙә аяҡ кейеме өсөн антисептик келәм түшәлә, бина елләтелә, ике сәғәт һайын эшкәртелә.
«Тауыш биреү юғары кимәлдә үтһен һәм кире эҙемтәләр булмаһын өсөн барыһын да уйланыҡ», — тине Илона Макаренко.
Лекторийҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева өлкән йәштәгеләргә изоляция режимын боҙмаҫҡа һәм өйҙә тауыш бирергә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика