11:04 (UTC+5), 16 Июнь 2020

Республикала 24 июндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси Еңеү парадтары ойошторола

Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева
24 июндә Мәскәүҙә Еңеү парады уҙарылған көндә Өфөлә һәм Башҡортостанда парад һәм башҡа киң күләмле байрам саралары булмай. Был республикалағы эпидемиологик хәл менән бәйле. Һуғыш ветерандары өсөн ҡала-райондарҙа уларҙың йәшәгән урыны буйынса шәхси парадтар ойошторола, тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Радий Хәбиров Башҡортостанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм билдәләү буйынса төп саралар планына үҙгәрештәр индерҙе.
«Һуғыш ветерандары саҡырылған сараларҙы көҙ көнө үткәреү күҙаллана. Хәрби парадтар башлыса хәрби дан ҡалаларында уҙғарыла. 9 майҙа Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең йыллығы уңайынан Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ»он ҡаршы алыу тантанаһы ойошторолдо, уны Мәскәүҙән республикаға мәңгелек һаҡлауға килтерҙеләр», — тип белдерҙеләр Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәскәүҙә Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә була. Унда 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙыл майҙан буйлап 30 Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы үҙйөрөшлө артиллерия машинаһы, хәҙерге Рәсәй техникаһы, һәм, әлбиттә, яңы сығарылған техника үтә. Беҙҙе Парадтың һауалағы өлөшө лә көтә.
24 июнь Рәсәйҙә ил президенты указы менән ял тип иғлан ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика