08:43 (UTC+5), 11 Июня 2020

Башҡортостандың Шишмә районында хакимиәт башлығы алмашынды

Розалиә Вәлиева
Башҡортостандың Шишмә районында хакимиәт башлығы алмашынды.
2005 йылдан муниципалитетҡа етәкселек иткән Флүр Уразмәтов урынын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 22-се янғын-ҡотҡарыу отряды начальнигы Ришат Мансуровҡа бирҙе.
Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Шишмә районы активы менән осрашыу йомғаҡтары буйынса билдәле булды.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, кандидат сығышы менән Шишмә районынан, эшләү осоронда ул үҙен белемле етәксе итеп күрһәтте һәм хәҙер туплаған тәжрибәһен муниципалитет мәнфәғәте өсөн ҡуллана ала.
Республика башлығы Флүр Уразмәтовҡа күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы һәм уның тәжрибәһе артабан да Башҡортостандың дәүләт менән идара итеү структураһында кәрәк буласағын билдәләне.
«Район үҫешенең һуңғы 16 йылы Флүр Зиннур улы менән бәйле. Был осор бик ыңғай булды. Район иҡтисадының һәйбәт торошо өсөн рәхмәтлемен, барлыҡ ҙур предприятиеларҙа модернизация үткәрелгән. Социаль өлкә бик әүҙем үҫешкән. Шуға күрә ғорурланырлыҡ уңыштарығыҙ бар», — тине Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика