04:16 (UTC+5), 03 Июня 2020

Өфөлә Клиник инфекция үҙәге төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнашыусылар бүләкләнде

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Республика клиник инфекция үҙәген төҙөү проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Уҙған шәмбе уны асыу тантанаһы булды.
«Ошо залда 55 көндә илдәге иң яҡшы медицина объектын төҙөгән геройҙарҙы күреүе бик ҡыуаныслы. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко инфекция үҙәген асыу тантанаһында беҙҙең дөйөм эшкә юғары баһа бирҙе, – тине Андрей Назаров. – Беҙ төрлө, ләкин яңы инфекция үҙәге булмаһа, табиптарыбыҙға коронавирусҡа ҡаршы тороуы ҡыйынға тура киләсәген аңлап, берләшә алдыҡ. Һәр төҙөүсе, кабинеттарҙағы идара хеҙмәткәрҙәре, көн һайын төҙөлөштө яҡтыртып барған журналистар – барыһы ла дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе».
Беренсе вице-премьер госпиталь төҙөлөшө ваҡытында тупланған уникаль тәжрибәнең республикала башҡа медицина һәм социаль объекттарҙы һалғанда файҙаланыласағын билдәләне.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика