Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Май 2020, 16:46
Республикала көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «тынлыҡ сәғәте» индерелә
Олег Яровиков
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары сираттағы пленар ултырышта республикала көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «тынлыҡ сәғәте»н индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Атап әйткәндә, ошо ваҡытта күп фатирлы йортта һәм ятаҡта шау-шыулы ремонт эштәрен башҡарған өсөн штраф һалына.
Закон проекты республикала йәшәүселәрҙең тыныслығын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, закон проекты буйынса ҡәтғи ҡарар бер айҙан ҡабул ителә.
Алдан
хәбәр ителгәнсә
, «тынлыҡ сәғәте» ваҡытында тынлыҡты боҙған өсөн штраф күләме түбәндәгесә: граждандарға – бер меңдән ике мең һумға, вазифалы кешеләргә – өс меңдән биш мең һумға, юридик берәмектәргә – ун меңдән ун биш мең һумға тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1456158-v-bashkirii-vvedut-tikhiy-chas-s-13-do-15-chasov/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
«тынлыҡ сәғәте»
закон проекты
Читайте нас: