04:09 (UTC+5), 20 Мая 2020

Максим Ульчев Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Максим Ульчев Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Максим Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Өфө «Иҡтисадта мәғлүмәт системалары» белгеслеге буйынса дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында иҡтисадсы булып башлай. 1998 йылда – «Башгазинвест» инвестиция компанияһында аналитик.
1998-2004 йылдарҙа – Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында иҡтисадсы, төп иҡтисадсы, баш иҡтисадсы.
2004-2007 йылдарҙа – Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында бүлек начальнигы.
2007 йылда – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2007-2009 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары.
2010 йылдан Максим Ульчев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ведомствоның элекке етәксеһе Борис Мелкоедов икенсе эшкә күсте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика