04:26 (UTC+5), 14 Мая 2020

Салауатта яңы башлыҡ тәғәйенләнде

https://salavat.bashkortostan.ru/
IMPORT Сервисный
13 майҙа Салауат ҡала Советы сираттағы ултырышта бер тауыштан Игорь Мироновты ҡала башлығы вазифаһына һайланы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, апрелдә бынан алда ошо вазифаны биләгән Динар Хәлилов отставкаға ебәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат мэры вазифаһына республика сәнәғәт һәм энергетика министрының беренсе урынбаҫары Игорь Мироновтың кандидатураһын тәҡдим итте.
Унан башҡа, ҡала башлығы вазифаһына конкурста тағы бер нисә кандидат ҡатнашты. Республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкселегендәге конкурс комиссияһы һәм депутаттар корпусы бер тауыштан ҡарар ҡабул итеп, Игорь Миронов өсөн тауыш бирҙе.
Совет сессияһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ҡатнашты. Ул яңы етәксегә ҡаланың һәм унда йәшәүселәрҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эштә уңыштар теләне.
«Башҡортостан Хөкүмәте ҡаланың яңы мэрын эште юғары кимәлгә сығарырға һәм иң яҡшы менеджер сифаттарын күрһәтергә һәләтле етәксе итеп күрә», – тип билдәләне Андрей Назаров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика