13:08 (UTC+5), 30 Апреля 2020

Ринат Бәширов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау кураторы итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов бөгөндән республиканың һаулыҡ һаҡлау кураторы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Хәҙер уның бурысы – республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, шулай уҡ дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмалары эшмәкәрлеген контролдә тотоу, республика хөкүмәте һәм Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы менән үҙ-ара эш итеү.
«Асылда, беҙ һеҙгә берлектә эшләү өсөн ышаныслы ярҙамсы ебәрәбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелинға. — Министрлыҡта ағымдағы эштәр күбәйҙе һәм мин һаулыҡ һаҡлауҙың башҡа тармаҡтарын ҡулдан ысҡындырырбыҙ тип ҡурҡам. Беҙҙә кешеләр ауырымай тормай: инфаркттар ҙа, яман шештәр ҙә бар. Һеҙгә планлы операцияларҙы туҡтатмаҫҡа тигән ҡарар ҡабул итеүегеҙ өсөн бик рәхмәтлемен. Шуға күрә һеҙгә көндәлек эшмәкәрлеккә иғтибар итергә кәрәк, ә коронавирусҡа ҡағылышлы эште ойоштороу өсөн Ринат Бәширов барлыҡ кәрәкле вәкәләттәргә эйә. Мин шундай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙым».
http://www.bashinform.ru/news/1445985-kuratorom-zdravookhraneniya-bashkirii-naznachen-rinat-bashirov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика