15:01 (UTC+5), 30 Апреля 2020

Башҡортостанда изоляция режимы оҙайтылды

Галина Бахшиева
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала изоляция режимын 11 майға тиклем оҙайтты.
Ошо хаҡта ул кесаҙна республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдерҙе.
«Был беҙҙең өсөн еңел булмаған ҡарар, сөнки халыҡ психологик баҫымдан, күбәйгәндән-күбәйә барған матди проблемаларҙан, етеш тормош кимәле түбәнәйеүҙән, өйҙә ултырыуҙан шул тиклем ныҡ арыған. Ләкин беҙ һеҙҙең менән изоляция тураһында ҡарар ҡабул итәбеҙ», — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығының изоляция тураһында указы 31 мартта киске сәғәт 8-ҙә ғәмәлгә инде.
Бөгөн Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлегә республикала сирлеләр һанының кәмей башлауы хаҡында һөйләргә иртәрәк. Әммә ошо күрһәткестең артыуына тәү сиратта коронавирусҡа тикшерелгәндәрҙең көндән-көн күбәйеүе йоғонто яһай, тәүлегенә уртаса 5,5 мең тест үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика