09:02 (UTC+5), 20 Март 2020

Шаварш Карапетян Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Шаварш Карапетян йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы кәңәшсенең бурысы – Башҡортостанда физкультураны һәм спортты үҫтереү.
Белешмә. Карапетян Шаварш Владимирович 1953 йылдың 19 майында Әрмән ССР-ының Кировакан ҡалаһында тыуған.
Әрмән дәүләт физик культура институтын, Ереван халыҡ хужалығы институтын тамамлаған. 1970 йылдарҙа донъяла һыу аҫтында йөҙөү буйынса иң көслөләрҙең береһе. 1972 йылдан – СССР-ҙың йыйылма командаһында. 1973-1977 йылдарҙа – ете тапҡыр СССР чемпионы, 1973-1980 йылдарҙа 15 тапҡыр СССР Кубогын алған, 1972-1977 йылдарҙа – 13 тапҡыр Европа чемпионы, 1972-1977 йылдарҙа – 50 метрға сумыу, 100, 400 һәм 800 метрға акваланг менән йөҙөү кеүек ярыш төрҙәрендә 11 тапҡыр донъя рекордсмены.
1983 йылда спортта ғәҙеллекте һәм намыҫлылыҡты символлаштырған ЮНЕСКО Fair Play почёт билдәһенә лайыҡ булған. «Почёт билдәһе» ордены, Батырлыҡ ордены, «Һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Ҡояш системаһының 3027-се бәләкәй планетаһына Шаварш исеме бирелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика