12:28 (UTC+5), 16 Март 2020

Маргарита Болычева Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

https://glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Маргарита Болычева тәғәйенләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Маргарита Болычева рәйес вазифаһын башҡара.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика башлығының икенсе указы менән Руслан Мирсаяпов үҙ теләге буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ул Рәсәйҙең Азербайжандағы сауҙа вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Маргарита Болычева Мәскәү дәүләт университетында глобаль процестар һәм халыҡ-ара иҡтисад йүнәлеше буйынса магистратураны, 2015 йылда ошонда уҡ журналистика факультетын, 2017 йылда Юғары иҡтисад мәктәбен тамамлаған. 2019 йылда «Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы» фондында генераль директор урынбаҫары булып эшләгән. 2014 йылда Сочиҙа Олимпия уйындары барышында матбуғат конференцияларын ойоштороусы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының ХII съезында халыҡ-ара атташе. Башҡортостандың «Офис-төркөм» конгресс-бюроһы директоры вазифаһын биләгән, тип хәбәр итте fedpress.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика