07:50 (UTC+5), 12 Марта 2020

Андрей Иванюта Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Республикаһының элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта рәсми рәүештә Белорет районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Кисә район советы депутаттары уны Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү өсөн тауыш бирҙе.
«Ышанысығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм, — тип яҙҙы Андрей Иванюта «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. — Был минең өсөн дә бик ҙур яуаплылыҡ. Яңы этап башлана».
Ул Белорет районына һөйөүен дә белдерҙе.
«Бала саҡта атайым менән ошонда тәбиғәткә килә инем, һуңынан үҙем бөтә тауҙарҙы йөрөп сыҡтым, йылғалар буйлап аҡтым һәм туристик маршруттар буйынса төркөмдәрҙе йөрөттөм. Урындағы тәбиғәт миңә көс, энергия бирә. Бындағы халыҡ менән һоҡланам, улар менән күп йылдар дуҫмын. Беҙҙең район – республикала иң матуры ғына түгел, иң өмөтлөһө лә тип иҫәпләйем», — тине муниципалитет башлығы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 13 февралдә Владислав Миронов Башҡортостандың Белорет районы башлығы вәкәләттәрен һалды. Урындағы совет депутаттары республика Дәүләт Йыйылышында депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан Андрей Иванютаны муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика