04:08 (UTC+5), 11 Марта 2020

Владимир Путин Конституцияға президент сроктарын бөтөрөргә мөмкинлек биргән төҙәтмәне хупланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Конституцияға президент сроктарын бөтөрөргә мөмкинлек биргән төҙәтмәгә үҙ фекерен белдерҙе. Дәүләт Думаһы депутаттары төҙәтмәне хупланы: 380-е – «ыңғай», 44-е «ҡаршы» тауыш бирҙе.
10 мартта Путин, Дәүләт Думаһы ултырышында сығыш яһап, Конституцияға президент сроктарын бөтөрөү тураһында төҙәтмәне хупланы һәм бының Конституция суды әлеге хәлде хуплаған осраҡта ғына булыу ихтималлығын белдерҙе, тип хәбәр итте Forbes.
«Ошо варианттың [президент сроктарын бөтөрөү тураһында] булыуы мөмкин, ләкин төп шарт: Конституция суды бындай төҙәтмә Конституцияға ҡаршы килмәй тигән рәсми һығымта бирергә тейеш. Беҙ бит яңы Конституция ҡабул итмәйбеҙ, ә уға мөһим төҙәтмәләр индерәбеҙ», — тине Путин.
Шул уҡ ваҡытта ул Конституциянан президент сроктары һаны буйынса сикләүҙәрҙе алыуға ҡаршы икәнен әйтте. Шулай уҡ ул Дәүләт Думаһына һайлауҙы ваҡытынан алда үткәреүҙе кәрәк тип тапмауын белдерҙе.
Бынан алда «Берҙәм Рәсәй»ҙән депутат Валентина Терешкованың Конституцияға үҙгәрештәр тураһында закон проектына президент сроктарын бөтөрөү хаҡында төҙәтмә индерергә тәҡдим итеүе хәбәр ителгәйне.
Билдәле булыуынса, Дәүләт Думаһы депутаттары яңы Конституцияны ҡабул иткәндән һуң Конституцияға президент сроктарын бөтөрөү тураһында төҙәтмәне хупланы. 380 кеше — «ыңғай», 44-е «ҡаршы» тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Meduza .
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү шаршамбы, 22 апрелдә була. Был көн — түләүле ял көнө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика