05:37 (UTC+5), 06 Марта 2020

Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттең гуманитар өлкәләре үҫешенә индергән өлөшөн баһаланы

Валерий Шахов, glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Һеҙ шәфҡәт һәм мәрхәмәт күрһәтәһегеҙ. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә эшләүе осраҡлы түгел. Гүзәл заттар власть һәм урындағы үҙидара органдарында ла юғары вазифалар биләй.
Хәҙер күп нәмә милли проекттар сиктәрендә башҡарыла. Һеҙ балаларҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләһен өсөн республикабыҙҙа ла ҙур тырышлыҡ һалабыҙ. Һөт кухнялары системаһын тергеҙеүгә бер йыл. Мәктәп стоматологияларын тергеҙҙек. Мәктәптәрҙә йөҙөү, спорт көрәше, шахмат дәрестәрен индерәбеҙ. Йыл әйләнәһенә эшләгән күп профилле лагерҙар ойошторабыҙ. Ә 2020 йылдың 1 сентябренән республикала башланғыс класс уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш.
Әле генә Бәләбәйҙән ҡайттым, ошо көндәрҙә унда оҙайлы реконструкциянан һуң яңы бала табыу йорто асылды. Ике сабый донъяға килде. Беҙ артабан да бала табыуға ярҙам итеү системаһын үҫтерербеҙ. Балалар поликлиникалары, дауаханалар, балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт һарайҙары төҙөрбөҙ», — тине республика башлығы.
Ҡатын-ҡыҙҙар – әсә генә түгел, тине Радий Хәбиров. Улар бик күп өлкәләрҙә, йәмәғәтселек эштәрендә үҙҙәрен профессионал итеп күрһәтә. Ул алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы Зөлфиә Ғайсинаны, «Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе Олеся Пышкинаны, Өфөлә пуля менән яраланған ҡыҙҙы ҡотҡарған ашығыс ярҙам табибы Виктория Аллаярованы, Межгорьела 26 кешене янғындан ҡотҡарған хат ташыусы Эльвира Шәйәхмәтованы, Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы бысаҡ тотҡан уҡыусы малайҙан үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплаған информатика уҡытыусыһы Екатерина Першинаны атап үтте.
Быйыл тәүге тапҡыр Башҡортостанда «ир-егет кенә муниципалитет башлығы булырға мөмкин тигән стереотип» еңеп сығылды, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Ҡыйғы районы башлығы итеп Зөһрә Гордиенко тәғәйенләнде.
«Власть органдарында ҡатын-ҡыҙҙар ни тиклем күберәк эшләһә, социаль сәйәсәт, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре шул тиклем яҡшыраҡ хәл ителә тип иҫәпләйем», — тине Радий Хәбиров.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика