05:22 (UTC+5), 14 Февраль 2020

Белорет районында – яңы хакимиәт башлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Кисә, 13 февралдә, Владислав Миронов Башҡортостандың Белорет районы башлығы вәкәләттәрен һалды. Урындағы совет депутаттары яңыраҡ республика Дәүләт Йыйылышында депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан Андрей Иванютаны муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
«Белорет районында планға ярашлы алмаштырыу бара тип иҫәпләйем, уның шарттарын республика башлығы Радий Хәбиров былтырғы мөрәжәғәтнамәлә үк билдәләне. Муниципалитет башлығы вазифаһын рәттән ике сроктан артык үтәү сикләнә. Владислав Мироновтың потенциалы яңы эш урынында кәрәк булыр тип өмөтләнәм. Депутаттар сессияһында башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Андрей Иванюта райондың үҫешенә яңы импульс бирә алыр һәм башланған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам итер тип уйлайым. Андрей Ивановичтың бай идара итеү тәжрибәһе бар, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры булып эшләне, «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проекты авторы, Белорет районынан Дәүләт Йыйылышы депутаты булды, ошо биләмәнең проблемаларын һәйбәт белә һәм уларҙы һөҙөмтәле хәл итер тип өмөтләнәм», — тине «Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика