05:43 (UTC+5), 13 Февраля 2020

Башҡортостанда алкоголь һатыуҙы сикләгән закон проекты тураһында фекер алышыу бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан халҡын магазин һәм дөйөм туҡланыу урыны бер бинала урынлашҡан осраҡта алкоголде берәмләп һатыуҙы тыйыуға ҡағылышлы закон проекты тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыралар.
Магазиндың сауҙа итеү залы кафенан, тәғәмхананан һәм башҡа нөктәләрҙән ситтә урынлашырға йәки айырым инеү урыны булырға тейеш, тип билдәләнә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән документта.
9 мартҡа тиклем власть органдарының ғәмәлдәге норматив акттарын һәм проекттарҙы асыҡтан-асыҡ тикшереү өсөн интернет-порталда закон проектының тексы менән танышырға һәм фекер алышыуҙа ҡатнашырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 3 ғинуарҙа республика магазиндарында алкоголь, шул иҫәптән һыра һатыу тыйылды. Бынан тыш, 4,5 һәм 6 ғинуарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнде. Тейешле закон проектын уҙған йылдың аҙағында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте.
Бынан алда, 2019 йылдың майында республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һабантуй үткәрелгән көндәрҙә алкоголь һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте.
Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйҙылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика