06:25 (UTC+5), 11 Февраля 2020

Дәүләт Думаһында әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында төҙәтмәләр өҫтөндә эш башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләт Думаһында әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында төҙәтмәләр өҫтөндә эш башланды. Был турала ТАСС хәбәрсеһенә ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Тамара Плетнева хәбәр итте. «Төҙәтмәләр килде, эш бара. Депутаттар уларҙы 19 февралдәге ултырышта тикшерә», — тине Плетнева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы программаһын 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға, беренсе балаға тыуғанда уҡ сертификат бирергә, шулай уҡ ике балалы ғаиләләргә ошо түләү күләмен арттырырға тәҡдим итте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, төҙәтмәләр тәү сиратта әсәлек капиталы программаһын 2026 йылға хәтлем оҙайтыуҙы һәм уны йыл һайын индексациялауҙы күҙ уңында тота. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң беренсе балаһы тыуған йәки тәрбиәгә алған ғаиләләргә әсәлек капиталы түләнә – 466 мең 617 һум. Ғаиләләрҙә икенсе һәм артабанғы балалар донъяға килгән һәм йәки тәрбиәгә алынған осраҡта түләүҙең күләме 616 мең 617 һум була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика