11:34 (UTC+5), 11 Февраля 2020

Апрелдә рәсәйҙәрҙе Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү өсөн өҫтәмә ял көнө көтә

ИТАР-ТАСС/Борис Кавашкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе эш көнөндә үткәреү һәм уны ял тип иғлан итеү күҙаллана.
РБК хәбәр итеүенсә, төп дата итеп шаршамбы, 22 апрель, ҡарала.
150 йыл элек 22 апрелдә Владимир Ульянов (Ленин) тыуған. Бынан тыш, был көндә Халыҡ-ара Ер-әсә көнө билдәләнә.
Тауыш биреүҙе эш көнөндә үткәреү идеяһын президент хакимиәте тәҡдим иткән. Был һайлаусыларҙың күберәк килеренә иҫәп тотоп эшләнә.
Бынан алда төп дата итеп йәкшәмбе, 12 апрель, ҡаралды, икенсе вариант – йәкшәмбе, 26 апрель.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш бирер алдынан илдә телевидениела һәм интернетта күләмле мәғлүмәт кампанияһы йәйелдерелә.
ВЦИОМ үткәргән һорау алыу күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 79% Путиндың Конституцияға төҙәтмәләрен мөһим тип иҫәпләй.
Айырыуса социаль характерҙағы башланғыстар хуплау тапты: Төп законда пенсияларҙы, пособиеларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе мотлаҡ даими индексациялауҙы нығытырға (һорауға яуап биреүселәрҙең 91% ыңғай баһаланы) һәм МРОТ-ты йәшәү минимумынан кәм булмаған кимәлдә теркәргә (90%).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика