11:59 (UTC+5), 06 Февраля 2020

Һау-сәләмәт булғандарын — сығарырға, уҫалдарын — ҡалдырырға: Ҡоролтай берәҙәк хайуандарға бәйле закон ҡабул итте

ӨФӨ, 2020 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында» ҡараусыһыҙ йөрөгән хайуандар менән мөғәмәлә итеү хаҡында закон ҡабул ителде. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа белдереүҙәренсә, закон хайуандар менән эште финанслау нормативтарын иҫәпләүҙең яңы методикаһын индерә.
«Йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн хужаһыҙ хайуандар һанын көйләргә кәрәк. Ләкин алымдар кешелекле булырға тейеш. Хәҙер һау-сәләмәт берәҙәк хайуандарҙы стерилләштерергә һәм элекке йәшәү урынына ҡайтарырға, ә үлемесле сиргә дусар булғандарын мәжбүри йоҡлатырға кәрәк. Уҫалдары менән ҡатмарлылаҡ. Уларҙы тәбиғи мөхиткә сығарыу хәүефле, ә эвтаназияға дусар итеү – кешелекһеҙлек. Бындай хайуандарҙы ғүмерлеккә махсус приюттарҙа тоторға тейештәр. Ошо эш властың муниципаль органдарына йөкмәтелә, был финанслау күләмен яңынан ҡарауҙы талап итә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Бынан алда берәҙәк хайуандар һанын көйләүгә республика бюджетынан йылына 63,4 миллион һум бүленде. Башҡортостандың Ветеринария идаралығы баһаһы буйынса, законды үтәү өсөн биш тапҡырға күберәк – йылына 320 миллион һум самаһы кәрәк. Өс йылға иҫәпләнгән бюджетта бындай аҡса ҡаралмаһа ла, депутаттар законды ҡабул итте. Хәҙер Финанс министрлығы уны ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүлергә тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика