05:21 (UTC+5), 30 Января 2020

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә матди ярҙам бирергә ниәтләй

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк хоҡуҡ яҡлау үҙәген асырға тәҡдим ителде. Ул республикала йәшәүселәргә юридик ярҙам күрһәтергә, ауыр хәлдән сығырға булышлыҡ итергә тейеш. Партияның «Яңыртыу 2.0» дискуссияһында ҡаралған тағы бер мөһим мәл – партия фондының ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам бүлеү тәҡдиме. Был хаҡта партияның төбәк сәйәси советы ултырышында «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һөйләне.
«Бөтә эшебеҙ халыҡтың именлегенә йүнәлтелгән, шуға күрә күберәк аралашырға, яңы эш формаларын эҙләргә кәрәк», — тип билдәләне Толкачев.
Партияның ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү фондын булдырыу тәҡдиме республика башлығы Радий Хәбировта хуплау тапты.
Айырыуса беренсел һәм урындағы бүлексәләргә иғтибар бүленә, тип белдерҙе Константин Толкачев. Тап улар халыҡҡа ныҡ яҡын тора һәм кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр тураһында күберәк белә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика