04:04 (UTC+5), 24 Января 2020

Федерация Советы уҡытыусылар хеҙмәтенә түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тәҡдим итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федерация Советы хөкүмәткә уҡытыусылар өсөн хеҙмәткә түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тигән мөрәжәғәт ҡабул итте, тип белдерҙе юғары палатаның матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта төбәктәрҙә урындағы властар педагогтарҙың эш хаҡын үҙҙәре билдәләй. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер өлкәләрҙә уҡытыусыларҙың төп оклады минималь хеҙмәт хаҡынан ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ.
Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, илдә уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 40 мең самаһы тәшкил итә. Төбәктәр буйынса айырма ҙур ғына – ҡайһы берҙәрендә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы 22 мең һум булһа, Чукоткала иһә 100 мең тирәһе.
Закон сығарыусылар уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын эшләгән сәғәттәр һанына, белем биреү программаһына һәм квалификацияһына ярашлы билдәләргә, дәртләндереүсе түләүҙәр системаһын һаҡлап ҡалырға тигән тәҡдим индерҙе.
Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, президенттың медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса берҙәм талаптар тураһында күрһәтмәһе бар, уҡытыусылар өсөн дә ошондай алымды ҡулланырға кәрәк. Тариф сеткаһына кире ҡайтыу хаҡында һүҙ бармай, тине сенатор.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика