Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ғинуар 2020, 10:21

Рәсәйҙә – яңы хөкүмәт, социаль блок тулыһынса яңыртылды

РИА Новости
РИА Новости
ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй президенты Владимир Путин «Федераль башҡарма власть органдарының структураһы тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Беренсе вице-премьер Антон Силуановтың урынын президенттың иҡтисад буйынса ярҙамсыһы булып эшләгән Андрей Белоусов биләне.
Премьер-министр урынбаҫарҙары туғыҙ ҡалды (элек унау ине). Уларҙың алтауһы – яңы кешеләр: Марат Хөснуллин, Виктория Абрамченко, Дмитрий Чернышенко, Алексей Оверчук, Дмитрий Григоренко.Юрий Борисов, Татьяна Голикова, Юрий Трутнев үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалды.
Иҡтисади блок, көс структуралары һәм баш дипломат үҙгәрештәр кисермәне:
сит ил эштәре министры — Сергей Лавров,
оборона министры — Сергей Шойгу,
эске эштәр министры — Владимир Колокольцев,
энергетика министры — Александр Новак,
сәнәғәт һәм сауҙа министры — Денис Мантуров,
финанс министры — Антон Силуанов,
транспорт министры — Евгений Дитрих,
төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры — Владимир Якушев,
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы — Евгений Зиничев,
тәбиғәт ресурстары һәм экология министры — Дмитрий Кобылкин,
Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министр — Александр Козлов,
ауыл хужалығы министры — Дмитрий Патрушев.
Хөкүмәттең социаль блогы тулыһынса яңыртылды, тип билдәләй The Bell.
Вероника Скворцова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын Михаил Мурашкоға ҡалдырҙы.
Яңы мәҙәниәт министры — Ольга Любимова, ул Владимир Медицинскийҙы алмаштырҙы.
Мәғариф министры итеп Сергей Кравцов тәғәйенләнде.
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин урынына — Антон Котяков.
Спорт министрлығын Павел Колобков урынына Олег Матыцин етәкләй.
Фән министры – Валерий Фальков, ул Михаил Котюковты алмаштырҙы.
Башҡа үҙгәрештәр:
Иҡтисади үҫеш министрлығын Максим Орешкин урынына Максим Решетников етәкләй.
Элемтә министры Константин Носков урынына Мәҡсүт Шадаев тәғәйенләнде.
Юстиция министры Александр Коновалов урынына Константин Чуйченко тәғәйенләнде.
Читайте нас: