10:29 (UTC+5), 15 Ғинуар 2020

Путин 3-тән алып 7 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте

трансляциянан скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ өстән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте. Һүҙ килеме бер кешегә йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр тураһында бара. Был хаҡта дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Килем түбән икән, ғаиләләр беренсе һәм икенсе балаға өҫтәмә түләүҙәр алырға тейеш. Был уртаса 11 мең һумдан ашыу. Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләрҙең 70-80% — балалы ғаиләләр, тине Владимир Путин.
«Беҙҙең демографик киләсәккә туранан-тура хәүеф менән янаған киҫкен проблема бар — халыҡтың, ғаиләләрҙең күпселегенең килеме түбән. Аҙ килемле ғаиләләрҙең яҡынса 70-80% — тап балалы ғаиләләр, һеҙ быны яҡшы беләһегеҙ. Йыш ҡына, хатта ике ата-әсә эшләгән осраҡта ла бындай ғаиләнең килеме бик аҙ, — тине ул . — Ошондай түләү алыу өсөн ғариза биреү, шулай уҡ үҙеңдең рәсми килемеңде күрһәтеү зарур. Шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм, был процедураны халыҡ өсөн уңайлы һәм ябай итеп эшләргә кәрәк. Улар барыһын да сиратһыҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ рәсмиләштерә алһын өсөн. Йәки ситтән тороп, тейешле дәүләт порталы аша».
http://www.bashinform.ru/news/1401592-putin-predlozhil-ustanovit-ezhemesyachnye-vyplaty-na-detey-v-vozraste-ot-3-do-7-let-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика