11:05 (UTC+5), 15 Января 2020

2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаға әсәлек капиталын түләй башлайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә беренсе балаһы тыуғас та әсәлек капиталы түләнә башлай, ә икенсе бала донъяға килһә, уның суммаһы тағы ла 150 мең һумға арттырыла. Хәҙер, индексациянан һуң, әсәлек капиталының суммаһы 466 мең 617 һум тәшкил итә. Икенсе бала тыуған осраҡта дөйөм сумма 616 мең һумдан артып китә һәм йыл һайын индексациялана.
«Әле был программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпләнгән. Беләм, күп кешеләрҙе борсоған һорау йыш яңғырай: 2021 йылдың 31 декабренән һуң дәүләт нимә эшләргә йыйына? Беҙ был программаны оҙайтырбыҙ. Кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем. Әгәр ғаиләлә бала бар икән, икенсеһе тыуғас, уға әсәлек капиталы яңы, арттырылған күләмдә тапшырылырға тейеш тип иҫәпләйем. Ә был, әйтеүемсә, 616 617 һум», — тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өсөнсө бала тыуһа, дәүләт ғаиләнең ипотека кредитының 450 мең һумын «ҡаплай».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика