07:59 (UTC+5), 13 Января 2020

Башҡортостанда һабантуйҙарҙа һәм яңы йыл каникулдарында «ҡоро закон» һаҡлана

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы ваҡытлыса тыйыуҙың йомғаҡтарын ыңғай баһаланы һәм бындай тәжрибә дауам ителер тип белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ғинуарҙа магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатыу тыйылды. Бынан тыш, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа ла алкоголь һатыу сикләнде.
«Беҙ быйыл тәүге тапҡыр хәмер һатыуҙы сикләнек. Дөрөҫ эшләйбеҙме, юҡмы икәнен тормош үҙе хәл итер, ләкин кем бер нәмә лә эшләмәй, шул ғына яңылыша. Беҙгә алкоголь һатыуҙы туҡтатып торорға кәрәк ине тип иҫәпләйем, — тип белдерҙе Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. — Алда беҙҙе яҙ һәм йәй көтә. Йәйгеһен һабантуйҙарҙа хәмер һатыуҙы ҡәтғи тыябыҙ, закон бар. Халыҡ быны һәйбәт ҡабул итте тигән фекерҙәмен».
Республика етәксеһе билдәләүенсә, яңы йыл каникулдарында «халыҡты өҫтәл артынан торғоҙоу»ға йүнәлтелгән бик күп саралар ойошторолдо.
«Беҙ шулай булһын тип теләгәйнек, барыһы ла килеп сыҡты. Мин дә ошондай сараларҙа ҡатнаштым», – тип өҫтәне ул.
Хөкүмәттәге кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 320 мең самаһы кеше ғаилә өсөн яңы йыл уйындарында ҡатнашты.
Радий Хәбиров фекеренсә, бөтә ғаилә ағзалары ҡатнашҡан яңы йыл уйындарын үткәреү – дөрөҫ ҡарар. Шуға күрә уларҙы киләсәктә лә уҙғарыу күҙаллана.
Башҡортостан башлығы муниципалитеттарға күркәм шыршылар, матур итеп биҙәлгән боҙ ҡаласыҡтары, «халыҡ ҡыуанһын» өсөн байтаҡ эштәр башҡарған өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ яңы йыл каникулдарында тәртип һаҡлауҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«Башҡортостанда яңы йыл байрамдары һәйбәт үтте тип иҫәпләрбеҙ. Бер ниндәй ҙә етди ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы», — тип йомғаҡ яһаны республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика