07:18 (UTC+5), 09 Января 2020

Башҡортостан парламенты яҙғы сессия барышында 50 закон проектын ҡарарға ниәтләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 ғинуарҙа башланған яҙғы сессия барышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 50-нән ашыу закон проектын ҡарарға ниәтләй. Улар араһында – һайлау, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, ғаиләне, бала хоҡуҡтарын һаҡлау, ер, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында һәм башҡалар. Был хаҡта Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. 2019 йылда ҡабул ителгән ауыл старосталары, газондағы парковка, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, урман мөнәсәбәттәрен көйләү, ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы хаҡында актуаль закондарҙы үтәү мониторингына айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Парламент йылға пароходсылығын үҫтереү, «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт ойоштороу тураһында мөһим иҡтисади мәсьәләләрҙе ҡарау күҙ уңында тотола.
Яҙғы сессия барышында республика Дәүләт Йыйылышы «Рәсәй Федерацияһы Ҡала төҙөлөшө кодексының 5.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Ҡайһы бер федераль конституция закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проекттарын Дәүләт Думаһына индерергә ниәтләй.
Көҙгө сессияла 65 республика законы үҙ көсөнә инде, депутаттар 425 федераль закон проектын ҡараны, ике федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Көҙ көнө дүрт яңы депутат республика Дәүләт Йыйылышы составына инде. Республика парламентарийҙары дүрт меңгә яҡын кешене ҡабул итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика