16:53 (UTC+5), 30 Декабрь 2019

Республика етәксеһе Аҡъяр ауылында балалар приюты тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл менән ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәренә яңы йыл бүләктәре таратты һәм уларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.
Әле бында Хәйбулла, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарынан 14 бала йәшәй. Бүлек ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ваҡытлыса приютҡа урынлаштырыу, социаль яраҡлаштырыу һәм артабанғы тормошон яйға һалыу менән шөғөлләнә. Приют мөдире Дилә Үзбәкова һөйләүенсә, штатта 19 хеҙмәткәр эшләй, улар араһында 7 уҡытыусы, 1 социаль эш буйынса хеҙмәткәр, 4 кесе тәрбиәсе, шәфҡәт туташы бар.
«Ғаилә» көньяҡ-көнсығыш үҙәге директоры Лариса Таёкина әйтеүенсә, приют 1997 йылда асылған, 22 йыл эсендә бында 900-ҙән ашыу бала социаль реабилитация үткән.
«Ошо балаларҙың 80 проценты үҙенең ғаиләһенә ҡайтҡан. Беҙҙең хеҙмәт ауыр ғаиләләр менән эшләй, эшкә урынлашыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә, насар ғәҙәттәре булған ата-әсәләрҙе дауалауҙа ярҙам күрһәтә. Приютта алты ай йәшәгәндән һуң бала кире ғаиләһенә ҡайта. Быйыл 46 бала приютта йәшәп киткән, уларҙың 33-ө үҙенең ғаиләһенә ҡайтҡан», — тине Лариса Таёкина.
Приютта балалар аҙайғанға күрә, 2020 йылдан унда койка-урындар һаны 25-тән 10-ға тиклем кәметелә. Социаль учреждение базаһында ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн коррекциялаусы-үҫтереүсе төркөм ойошторола.
«Бөтәһенең дә балаһын түләүле логопедҡа йәки психологҡа йөрөтөү мөмкинлеге юҡ. Балалар бында өс ай буйына реабилитация–коррекция курсын үтергә тейеш», — тип билдәләне Таёкина.
Декабрҙә приют «Байрам етеп килә» тигән хәйриә акцияһын үткәрә. Теләгән һәр кем ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға яңы йыл бүләктәрен тапшырырға мөмкин. Акцияла йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, район халҡы ҡатнаша.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика