07:32 (UTC+5), 26 Декабря 2019

Башҡортостанда «Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитетының ҡыҙыу бәйләнешенә халыҡтан рөхсәтһеҙ алкоголь таратыу урындары хаҡында 275 шылтыратыу килде, «Хәүефһеҙ мөхит» порталына 574 сигнал ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, 849 мөрәжәғәт алынды. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев билдәләүенсә, ялған алкоголь һатырға тырышыуҙан тыш, легаль һатыусылар яғынан ҡануниәтте боҙоу осраҡтары булыуы ихтимал. Әйтәйек, байрам көндәрендә хәмер һатыу ваҡыты сикләнә, шулай уҡ 1 ғинуарҙан араҡыға, коньякка һәм башҡа ҡаты спиртлы эсемлектәргә минималь хаҡ арта. Әүҙемселәр рейдтар ваҡытында ошо ҡағиҙәләрҙе үтәүгә лә иғтибар бирә.
«Был акция бер тапҡыр ғына үткәрелергә тейеш түгел. Ошо эште артабан да дауам итербеҙ», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның шарттары буйынса, йәшерен рәүештә сурррогат етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр иткән граждандарға аҡса түләнә. Ялған алкоголь етештереүселәр хаҡында мәғлүмәт өсөн – 50 мең һум, һатыусы тураһында – 2000 һум. Мәғлүмәтте «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Халыҡ контроле» партия проектының stopsurogat@mail.ru электрон почтаһына, «Хәүефһеҙ мөхит» порталында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына (тәүлек әйләнәһенә) һәм +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем) ебәрергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика