09:42 (UTC+5), 25 Декабрь 2019

Башҡортостан башлығының тематик сәғәттәре Рәсәйҙә иң яҡшы төбәк тәжрибәһе тип танылды

Башҡортостан башлығының матьбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан башлығының тематик (тармаҡ) сәғәттәре иң яҡшы төбәк тәжрибәһе тип танылды һәм «Киләсәк төбәге» номинацияһында (төбәк менән идара итеүҙә иң яҡшы тәжрибә) федераль премияға лайыҡ булды. Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында Радий Хәбировҡа премияны Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Башҡортостан менән бергә Ленинград һәм Төмән өлкәләре лә номинанттар иҫәбенә инде, ләкин республика ышаныслы рәүештә еңеү яуланы.
«Беҙ, субъект башлыҡтары, ысынлап та, үҙебеҙ нимәлер уйлап сығарырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ конкурентлы мөхиттә йәшәйбеҙ. Шуға ла беҙ — Татарстанға, ә ул беҙгә ҡараштырғылай. Беҙ Мәскәү өлкәһенән, Мәскәүҙән, Силәбенән, башҡа төбәктәрҙән өйрәнәбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан башлығы. — Бындай тактика ғәмәлгә ашырыла. Ләкин хәҙер ошо эште системаға һалыу мөмкинлеге бар».
Радий Хәбиров йылдан ашыу Башҡортостан хөкүмәтендә «Инвестиция сәғәте», «Туризм сәғәте», «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте», «Ҡала мөхите сәғәте», «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте», «Мәғариф сәғәте», шулай уҡ «Етәксе сәғәте» кеүек тематик кәңәшмәләр үткәрә. Улар теге йәки был тармаҡтағы киҫкен мәсьәләләргә иғтибарҙы тупларға, ҡыҙыҡһыныу белдергән яҡтарҙы йәлеп итеп, уларҙы комплекслы хәл итергә мөмкинлек бирә. Йыш ҡына көн тәртибенә республика халҡының мөрәжәғәттәрендә күтәрелгән темалар сығарыла.
Белешмә
Эксперт социаль тикшеренеүҙәр институты булдырған премия тәүгә тапшырыла һәм 10 номинацияны үҙ эсенә ала. Уның маҡсаты – Рәсәй төбәктәренең уңышлы, ыңғай социаль йоғонто яһаған тәжрибәләрен билдәләү.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика