12:45 (UTC+5), 19 Декабря 2019

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы матбуғат конференцияһында Владимир Путинға һорау бирҙе

видеонан скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/ Дәүләт башлығының ун бишенсе матбуғат конференцияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин Рәсәй президенты Владимир Путинға һорау бирҙе. Коллегабыҙҙы эскелеккә ҡаршы көрәш саралары ҡыҙыҡһындырҙы.
«Быйыл Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса тәжрибә үткәрә башланылар – байрамдарҙа, сығарылыш кисәләрендә, һуңғы ҡыңғырау байрамдарында, күмәк халыҡ ҡатнашҡан сараларҙа һатмайҙар. Ә хәҙер яңы йылға өлөшләтә сикләнеләр. Бынан тыш, ялған алкоголь менән сауҙа итеүселәргә әүҙем тотондолар, ябай кешеләргә хатта ялған хәмер етештереүселәрҙең һәм һатыусыларҙың урындары тураһында мәғлүмәт өсөн аҡса түләйҙәр. Беҙҙең етәксе, Радий Хәбиров, һөйләүенсә, ошо саралар ярҙамында йөҙгә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Ләкин илдә үлем осраҡтары арта. Тыйып, штрафты арттырып ҡараныҡ. Һеҙҙең фекерегеҙсә, федераль кимәлдә тағы ла ниндәй саралар кәрәк, бәлки, тағы ла һөҙөмтәлерәк алымдар барҙыр, мәҫәлән, кешеләргә эскелек урынына берәй нәмә тәҡдим итергәлер?», — тип һораны Азат Ғиззәтуллин.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, ялған алкоголгә һәм эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла, тик күптәр уны күрмәй.
«Яңыраҡ Сочиҙа немец бизнесы вәкилдәре менән осрашыуҙа беҙ таҙа спиртҡа күсереп иҫәпләгәндә Рәсәйҙә алкоголде Германияға ҡарағанда аҙыраҡ эсеүҙәрен асыҡланыҡ. Был – алкоголгә ҡаршы алып барылған кампания һөҙөмтәһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ғүмер оҙайлығын арттырыу сәбәптәренең береһе - спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы кәметеү. Был өлкәлә һаҡ эш итергә, аңлатырға һәм аҙыраҡ градуслы продукцияға баҫым яһарға кәрәк. Полиция алымдарын ҡулланмайынса эшләргә. Иң мөһиме, һөҙөмтә бар», — тип яуапланы президент.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың декабрендә Өфөнөң «Йәмәғәт электрон гәзите» вәкиле Станислав Шахов 13-сө матбуғат конференцияһында дәүләт башлығы Владимир Путинға һорау бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика