Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2019, 10:30

Баш ҡаланан алты журналист Путиндың матбуғат конференцияһында һорау бирергә ниәтләй

© РИА Новости / Михаил Климентьев
© РИА Новости / Михаил Климентьев
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, сит илдәрҙән 1859 журналист Рәсәй президенты Владимир Путиндың юбилей, ун бишенсе, матбуғат конференцияһына аккредитация алды. Өфөнән алты хәбәрсе, мөхәррир һәм оператор ил етәксеһенең ҙур матбуғат конференцияһына юлланды. Улар — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Йәмәғәт электрон гәзите, «Эксперт Башкортостан» гәзите һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары.
Залда ултырған коллегаларыбыҙҙы «ӨФӨ» тигән яҙыу буйынса танырға мөмкин. Улар дәүләт башлығына һорауҙарын әҙерләгән дә инде, шуға күрә уңыш йылмайыр тип ышанырға ғына ҡала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Станислав Шахов, Рәсәй лидерының иғтибарын йәлеп, уға һорау биреү мөмкинлегенә эйә булды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бөгөн, 19 декабрҙә, Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы ойошторола. Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Дәүләт башлығының журналистар менән аралашыуы федераль телеканалдарҙың тура эфирында күрһәтелә.
Читайте нас: