Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2019, 16:32
2020 йылда Башҡортостан Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын билдәләй
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шағир, сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Юбилей саралары 2020 йылда уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан хөкүмәтенә ошо сараларҙың планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын байрам итеү өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленә.
ttp://www.bashinform.ru/news/1393962-v-2020-godu-bashkiriya-otprazdnuet-125-letie-shaykhzady-babicha/
Теги:
указ
юбилей
шәйехзада бабич
Читайте нас: