09:55 (UTC+5), 18 Декабря 2019

Республикала яңы ордендар һәм маҡтаулы исемдәр тапшыра башлайҙар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда генерал Шайморатов ордены көс структуралары вәкилдәренә һәм ҡотҡарыусыларға, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, кешеләрҙе ҡотҡарғанда батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға тапшырыла. Емешле дәүләт, йәмәғәтселек һәм хәйриәлек эшмәкәрлеге өсөн Григорий Аксаков ордены менән бүләкләү күҙ уңында тотола. Кесаҙна, 19 декабрҙә, Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар ике ордендың статуттарын раҫлау тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, республикала шулай уҡ өс яңы маҡтаулы исем барлыҡҡа килде: «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары», «Башҡортостандың атҡаҙанған IT-индустрия хеҙмәткәре».
Хәҙер республикала «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе урынына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырыу башлана, ә «Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе» тигән маҡтаулы исем «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре»нә алмаштырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика