09:14 (UTC+5), 16 Декабря 2019

Һыуға лицензия: Башҡортостанда депутаттар ер аҫты һыуҙарын һаҡлау тураһында закон ҡабул итә

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 19 декабрҙәге пленар ултырышта эсәр һыуҙың ер аҫты сығанаҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, һыу етмәү проблемаһы йылдан-йыл арта бара, шуға күрә сығанаҡтарҙы һаҡлау йәһәтенән саралар күрергә кәрәк.
Закон проектына ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәренең дөйөм скважиналарының лицензияһы булырға тейеш.
«Закон участкаһында үҙ ихтыяжы өсөн ҡоҙоҡ йәки скважина ҡаҙыған баҡсасыларға ҡағылмай, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Әгәр баҡсасылыҡ ширҡәтендә һыу махсус скважина ярҙамында ҙур күләмдә сығарыла икән, лицензия алырға кәрәк».
Күмәк ҡулланыусылар өсөн процедура ябайлаштырыла. Лицензия алыу өсөн геологик тикшереү йәки дәүләт экспертизаһы талап ителмәй. Лицензияның хаҡы, биреү ваҡытын һәм ҡулланыусылар даирәһен иҫәпкә алып, баҡсасылыҡ ширҡәте өсөн 25 йылға 7 500 һум тора. Лицензия алыу иҫәпте юлға һалырға ярҙам итергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика