13:32 (UTC+5), 13 Декабря 2019

Константин Толкачев снюстарға үҙенең ҡарашын белдерҙе һәм уларҙы һатыуҙы сикләргә тәҡдим итте

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан парламентында Дәүләт Думаһындағы коллегаларының башланғысын хуплайҙар. Улар бәлиғ булмағандарға вейптар, кальяндар, электрон тәмәкеләр һәм башҡа ошондай тартыу ҡатышмаларын һатыуҙы тыйған федераль закон ҡабул итте. Законда уларҙы рекламалауҙы сикләү саралары индерелә, кальяндар һәм электрон тәмәкеләр ғәҙәти тәмәке изделиеларына тиңләштерелә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев парламент республика прокуратураһы менән бергә Башҡортостан биләмәһендә никотинлы һура һәм сәйнәй торған ҡатышмаларҙы һатыу буйынса сикләү сараларын әҙерләй башланы тип билдәләне. Ағымдағы йылдың сентябрендә республикала бәлиғ булмағандарға электрон тәмәкеләр, вейптар, кальяндар һәм башҡа ошондай тартыу ҡатышмаларын һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде, тине ул. Уның фекеренсә, вейптар ҡулланыу балаларҙы тәмәке тартыуға ылыҡтыра, шуға уларҙы ошо зарарлы йоғонтонан яҡларға кәрәк. Снюстарҙың да балалар организмына зыяны ҙур.
«Вейптарҙы еңеп өлгөрмәнек, үҫмерҙәр мөхитендә яңы модалы шөғөл – сәйнәй торған никотинлы изделиелар (снюс) барлыҡҡа килде һәм бик тиҙ таралды. Улар ирекле һатыла, балаларҙың сәләмәтлегенә ныҡ зыян килтерә, нисә тапҡыр бәлиғ булмағандарҙың реанимацияға эләгеүенә сәбәпсе булды», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыусыларҙың ниндәйҙер «кәнфит» менән һыйланғандан һуң ағыуланыу осраҡтары теркәлде. Улар дауаханаға оҙатылды. Әлеге факттар буйынса прокурор тикшереүҙәре бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика