13:25 (UTC+5), 09 Декабря 2019

Республикала «Инцидент менеджмент» системаһы бер йылда 75 мең мөрәжәғәт ҡабул иткән һәм эшкәрткән

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Рәсәйҙә «Инцидент менеджмент» системаһында эшләү буйынса лидерҙар иҫәбенә инә. Рәсәй президенты хакимиәте күҙәтеүендәге автоматлаштырылған мониторинг системаһы республикала 2018 йылдың октябренән индерелде. Система проблемалы һорауҙарҙы асыҡлай һәм уларҙы профилле министрлыҡтарға, ведомстволарға йәки муниципалитеттарға ебәрә. Күпселеккә ҡағылған мөрәжәғәттәргә ул «инцидент» статусын бирә.
«2019 йылдың 1 ғинуарынан 75 меңдән ашыу «инцидент» теркәлгән һәм эшкәртелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдарҙы тәртиптә тотоуға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, йәмәғәт транспорты эшенә, экологияға, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа ҡағыла», — тип һөйләне республика башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Инцидент менеджмент»та эшләү буйынса рейтинг лидерҙары – Стәрлетамаҡ, Сибай, Благовещен, Мәләүез, Туймазы, Иглин һәм Өфө райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика