09:46 (UTC+5), 03 Декабря 2019

Радий Хәбиров «берҙәм рәсәйҙәр»гә Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы контролдә тоторға ҡушты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров партия ағзаларына Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуға бәйле хәлде контролгә алырға ҡушты. Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән республика законы проекты Дәүләт Йыйылышында ҡарауҙа. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов депутаттар законды ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡабул итергә ниәтләүҙәрен әйтте. Сикләүҙәр кафеларға һәм ресторандарға ҡағылмай, ә бына сауҙа нөктәләрендә хәмер һатыу тыйыла, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров фекеренсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары үҙҙәренең яғынан ялған алкоголь һатыу урындарын контролдә тоторға тейеш.
«Шулай уҡ был закондың нисек эшләүен анализлау, күрелгән сараларҙан ыңғай һөҙөмтә бармы-юҡмы икәнен аңлау мөһим. Хәйер, һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә хәмер һатыуҙы тыйғандан һуң, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдар барышында енәйәтселек бөтөнләй тиерлек кәмене, йәғни бында беҙ дөрөҫ эшләнек. Күмәк мәҙәни һәм спорт саралары рәүешендә альтернатива ла тәҡдим итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары башҡарма комитетҡа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү менән дә ныҡлап шөғөлләнергә ҡушты. Шулай уҡ ул йыл аҙағында партия эсендәге «Яңыртыу 2.0» дискуссияһына йомғаҡ яһарға кәрәклеген билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика