09:22 (UTC+5), 02 Декабря 2019

Владимир Спеле республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән Владимир Спеле Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Владимир Спеле 1969 йылдың 8 июнендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1992 йылда «Күсемһеҙ милек бюроһы» ойошмаһында башлай, унда юрист, юридик бүлек етәксеһе булып эшләй.
2001 – 2006 йылдарҙа – Башҡортостандың юстиция министры.
2006 – 2013 йылдарҙа – Башҡортостан президенты хакимиәтенең Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы аппараты етәксеһе.
2013 йылда – ошо совет секретары һәм совет аппараты етәксеһе.
2013 – 2016 йылдарҙа – Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы аппараты етәксеһе.
2016 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика