11:38 (UTC+5), 29 Ноября 2019

Владимир Путин Өфөлә «Рәсәй – ислам донъяһы» форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе

kremlin.ru
kremlin.ru
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Ошо минуттарҙа Өфөлә барған «Рәсәй – ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышын асып, Төркөм рәйесе – Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Унда, атап әйткәндә, был осрашыуҙың Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәр буйынса үҙ-ара әүҙем һәм уңышлы эш алып барған Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығы уңайынан уҙғарылыуы билдәләнә.
«Беҙҙе ғәҙел демократик донъя тәртибе принциптарына тартылыу, халыҡ-ара эштәрҙә хоҡуҡтың өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә, бөтә ҡитғаларҙа тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыуға ынтылыу берләштерә. Шуныһы мөһим: Рәсәй һәм ойошма ағзалары глобаль янауҙарға һәм саҡырыуҙарға ҡаршылыҡ күрһәтеү, төбәк конфликттарын көйләү һәм төрлө гуманитар проблемаларҙы хәл итеү буйынса көстәр менән идара итә.
Һеҙҙең алда конфессия-ара диалогты киңәйтеүгә, дини күп төрлөлөк шарттарында граждандар тыныслығын һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау бурысы тора. Конструктив, йөкмәткеле дискуссиялар үткәрерһегеҙ, ә идеяларығыҙ һәм башланғыстарығыҙ илдәребеҙ, халыҡтарыбыҙ араһында ышанысты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн хеҙмәт итеренә иҫәп тотам», — тип билдәләнә Рәсәй президентының сәләмләүендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика